14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 274

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был байрамдың маҡсаты — туған телебеҙҙе һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү һәм үҫтереү. Районыбыҙҙа телдәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡорт теле көнө уңайынан барлыҡ мәктәптәрҙә лә бай йөкмәткеле саралар уҙҙы. Был көндә ҡаланың 1-се мәктәбендә төрлө саралар: башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән флешмоб, викториналар, шиғырҙы тасуири уҡыу конкурсы үткәрелде. Китапханала «Йәшәһен башҡорт теле» исемле китаптар күргәҙмәһе булдырылды.12-14 декабрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан үткәрелгән М.Аҡмулла диктанты үткәрелде, был сарала ла беҙҙеңуҡыусылар актив ҡатнашты.