Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров туған мәктәбендә
Февраль 14, 2024
Просмотров: 516
Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров туған мәктәбендә.
Ғалим-хирург, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ғына булып ҡалманы, Баймаҡ 1-се һанлы урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы булараҡ, мәктәп коллективы, юғары класс уҡыусылары менән осрашты һәм улар менән һөнәри йүнәлеш буйынса йәнле әңгәмә үткәрҙе. Айытбай Әхмәт улы бөгөнгө көндә табиб һөнәренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Осрашыу һуңында мәктәптең «Ҡурай» музейы менән танышты, мәктәп коллективының артабанғы эшмәкәрлегенә теләктәрен еткерҙе.