Яҡташ яҙыусы менән осрашыу

Декабрь 7, 2020 Просмотров: 222

Кешеләрҙең күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш  5 а классы уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мырҙабаева Эльвира Рәис ҡыҙы шиғриәт минуттарына, яҡташ яҙыусыбыҙ Имеғужина Айгөл Рамаҙан ҡыҙы менән онлайн- осрашыуға йыйҙы .Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәр күп арабыҙҙа. Кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Шулай күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләй улар.Беҙҙең ҡунағыбыҙ тап шундай шағирәләрҙең береһе.Осрашыу барышында уҡыусылар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙеләр. Был осрашыуҙы беҙ  14 декабрь-Башҡорт теле көнөнә арнаныҡ.