"Йыр - толпарым" конкурсы

Апрель 9, 2021 Просмотров: 51

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте һәм Билал ауыл китапханаһы тарафынан ойошторолған үҙешмәкәр композитор Вилүр Мәүлитовтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан үткәрелгән ""Йыр - толпарым" исемле конкурста беҙҙең мәктәптең 1-се урын яулаған "Хазина" ансамблен һәм яңғыҙ башҡарыусылар араһында еңеүсе ( 1-се урын) Ирназар Морапталовты ихлас ҡотлайбыҙ. Шулай уҡ РФ-ның Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, үҙешмәкәр композитор В.Мәүлитов призына үткәрелгән үҙешмәкәр композиторҙарҙың интернет-конкурсында икенсе урын яулаусы, һәр байрамдың биҙәге булған беҙҙең аҫыл егеттәрҙе ижад юлына баҫтырыусы Илнур Фәтхислам улы Сирбаевты ла еңеүе менән ҡотлайбыҙ.
Уңыштар һеҙгә егеттәр! Ижад юлында яңы еңеүҙәр, бейегерәк үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ.