"Дөрөҫ туҡланыу" аҙналығы

Апрель 26, 2021 Просмотров: 111

"Дөрөҫ туҡланыу" аҙналығы сиктәрендә 23 апрелдә ата-әсәләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Улар ашханала балаларҙың нисек туҡланыуы, меню менән танышты. Мәктәп директоры И. Р. Хисмәтуллин, директор урынбаҫары Г. Р. Ҡаһарманова, фельдшер Р. Ә. Насырова, ашнаҡсы Ә. М. Мөхәмәтова ашхананың эш тәртибе тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңынан мәктәп буйлап экскурсия үткәрелде.