Бөтә Рәсәй "Хәтер партаһы" акцияһына
Баймаҡ 1-се һанлы мәктәбенең «Ҡурай» музейында яугир ҡурайсы Ғиниәтулла Дәүләтбаевтың яуҙан ҡайтҡан ҡурайы һәм яугир ҡурайсылар тураһында бай материал тупланған. Башҡорт атлы дивизияһында ҡурайсылар ансамбле төҙөүсе Баймаҡ колхоз-совхоз театрының элекке артисы Ғәйфулла Сарбаев, ауыр еҙ ҡурайы менән фашисты иҫәңгерәтә һуғыусы Шәриф Әхмәтшин, һуғышҡа киткәндә өҙөлгән моңдо ҡайтҡас дауам итер өсөн, йола буйынса, ҡурайын өй нигеҙенә сепрәккә төрөп ҡалдырыусы Ҡотлоғужа Йәнбәков, «Шәмси көйө»н халыҡ күңеленә еткереүсе Ғәлиастан Шәмсетдинов, ҡурай өсөн ғүмерен үлем аҫтына ҡуйыусы Йомағужа Маликов, фронтта ҡурай моңо менән иптәштәренең күңелен табыусы Рамаҙан Байрамғолов, Миңлеғәли Шайморатов менән бергә яуҙа булған Баҡый Вәлиев һәм башҡа яугир ҡурайсыларҙың иҫтәлеген һаҡлай беҙҙең мәктәп музейы. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә Бөтә Рәсәй "Герой партаһы" акцияһына ҡушылып, яугир ҡурайсыларҙың яҡты хәтерен һаҡлайбыҙ. Һалҡын ҡышта, йәйге эҫелә, көҙгө ямғырҙа тоғро юлдашы ат өҫтөндә яу ҡоралы менән моңло ҡурайҙы ҡулынан төшөрмәй, Берлинға барып еткән беҙҙең батырҙарыбыҙ. Уларҙы онотмау, хәтерҙә һаҡлау - беҙҙең бурыс.