Башҡорт теле көнөнә арналған саралар
Декабрь 7, 2020
Просмотров: 57
Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан; уртаҡ тел, һүҙ таптырған; көнөн, йүнен йүнләшкән; тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған..Мәктәбебеҙҙә һәр көн һайын 14 декабрь - Башҡорт теле көнөнә арналған саралар үтеп тора. «Башҡортостанды һүрәткә төшөрәм”, башҡортса открыткалар әҙерләү конкурсына уҡыусылар әүҙем ҡушылдылар. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит- журналдарға социаль реклама төҙөү, иң күп башҡортса китап уҡыусы конкурстары ла шулай уҡ йәнле бара. Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ. Уны өйрәнәйек, таратайыҡ, данлайыҡ.