1. Ученикам
  2. Новости
  3. Асыҡ һауала дискотека!

Асыҡ һауала дискотека!

Декабрь 28, 2020 Просмотров: 33

Яңы йылды һәр кем ярата, унан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Үкенескә, хәҙерге пандемия шарттарында ҙур мөғжизәләргә өмөт итеп булмай. Шулай ҙа 1-се мәктәптә, өлкән класс уҡыусылары өсөн бәләкәй генә булһа ла байрам ойоштороу маҡсатында, асыҡ һауала Яңы йыл дискотекаһы үткәрелде. Һалҡын ҡыш та ҡурҡыныс түгел беҙгә. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай менән уҡыусылар рәхәтләнеп бейене, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, Ҡыш бабай тәмлекәстәренән дә ауыҙ итеп, ҡыуанып таралышты