1. Ученикам
  2. Новости
  3. Районный конкурс кураистов

Районный конкурс кураистов

Апрель 9, 2021 Просмотров: 42

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа...
Илнур Фәтхислам улы Сирбаевтың егеттәре тағы ҡыуандырҙы. Бөгөн улар ҡурайсыларҙың район конкурсында уңышлы сығыш яһаны. 4 б класынан Ҡәҙербәков Алмаз - 1-се урынға, 10-сы кластан Ҡашҡаров Айнур, 6 а класынан Үҙәнбаев Кирәймәргән - 2-се урынға, 10-сы кластан Күсәрбаев Айгиз, 8 а класынан Атанбаев Артур, 8 б класынан Мәсәғүтов Денис 3-сө урынға лайыҡ булды.
Афарин йәш ҡурайсыларға, афарин уларҙың етәкселәренә. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә.