Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!
Апрель 26, 2021
Просмотров: 30
24 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы үтте. Беҙҙең мәктәп тә был акцияға дәррәү ҡушылып, башҡортса диктант яҙҙы.
Диктант яҙырға килгән уҡыусыларҙы һәм
уҡытыусыларҙы мәктәптә "Ерем,илем, телем" йыры ҡаршы алды. Тәүҙә
диктант темаһына ярашлы видеояҙма ҡаранылар. Уҡыусылар менән диктант яҙырға
мәғариф бүлеге методисы Миләүшә Хәләф ҡыҙы Ильясова ла килде.