Афарин, Хәдиджә!
Сентябрь 27, 2021
Просмотров: 60
Башҡортостандың халыҡ
шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың 80 йәшлек юбилейына айҡанлы ойошторолған район
интернет-конкурсында еңеүсе 6а класы уҡыусыһы Хәдиджә Ғәбдүлмәнованы ҡотларға
балалар китапханаһы хеҙмәткәре Гөлназ Әкрәм ҡыҙы килде. Хәдиджә - иң әүҙем
китап уҡыусы, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Эйе, китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем
уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта,
хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.