“Тырыштар йүнен таба” исемле ток-шоу
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Библиомолодость” проекты сиктәрендә Әсәйҙәр көнө айҡанлы “Тырыштар йүнен таба” исемле ток-шоу утте. Сарала 1-се мәктәптең 8 а класы уҡыусылары ла ҡатнашты. Ҡыҙҙар маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы, заман шарттарына ҡулайлашып үҙ эштәрен асырға батырсылыҡ иткән йәш эшҡыуарҙар Сибай ҡалаһынан буҙа эшләү бизнесы менән шөғөлләнеүсе Азатова Гөлназ, Баймаҡ ҡалаһынан блогер, аш-һыу, ҡул эштәре, һүҙ оҫтаһы Мурзаева Гүзәл, шәхси эшҡыуар Баймаҡ ҡалаһында Орифлейм компанияһының офисын һәм бер нисә һатыу нөктәһе булдырыусы Тутаева Фирүзәнең һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Йәш эшҡыуарҙар бизнесҡа баҫҡан тәүге аҙымдары, эш барышында осраған ҡаршылыҡтар һәм уңыштары тураһында һөйләне. Был осрашыуҙан беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт, дәрт киләсәккә ышаныс алғандыр, тип ышанғы килә.